Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2025, 04:00

КӨЛӘМӘС. Аҡыллы дуҫ

    

КӨЛӘМӘС. Аҡыллы дуҫКӨЛӘМӘС. Аҡыллы дуҫ
КӨЛӘМӘС. Аҡыллы дуҫ

Ике дуҫ гаражда ҫуғып ултыра икән. Береһе бәлә һала, ти:

— Ох, әй! Хәҙер ҡайтһам бисәкәй ауыҙҙы йыра инде!!! Иреш-талаш абиспещен!..

— Хатта шулайтыуға барып етәме!? Һин минән миҫал ал!

— Ниндәй миҫал? Нимәшләйһең һин, йә, өйрәт әле!..

— Менә, мин ҡайтам да, ҡатын сырылдай башлаһа, "Пошла ты!" тип әйтһәм, шундай еңел булып ҡала!.. 

— Оһо, шулайтып ҡарармын!..

Икенсе көнө былар ҡабат осрашҡан, тегеһенең йөҙө күм-күк, башына бинт уралған ти.

— Нимә булды һиңә? - тип һорай "аҡыллыһы".

— Кисә һин өйрәткәнсә эшләгәйнем! Ҡатын ишек артынан ауыҙын асыу менән "Да пошла... ты!!!" тип ҡысҡырғайным - бына - һөҙөмтәһе...

— Туҡта!.. Һин, ҫиңмай, ҡысҡырып әйттеңме!? Уны бит эстән генә әйтергә кәрәк!.. 

Йылмай!

Автор:
Читайте нас