Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
11 Октябрь 2025, 04:00

Ҡош теле

   

Ҡош телеҠош теле
Ҡош теле

Бының өсөн кәрәк:

- йомортҡа - 2 дана
- шәкәр - 1,5 ҡалаҡ
- һөт - 100 мл
- аҡ май - 2 ҡалаҡ (иретергә)
- он - 300-350 г
- тоҙ семтем
- үҫемлек майы (ҡыҙҙырыу өсөн)
- шәкәр онтағы (һибеү өсөн)

Әҙерләү:

1. Йомортҡа, шәкәр, һөт, иретелгән май, тоҙҙо бергә бутағыҙ.
2. Әкренләп он өҫтәгеҙ, ҡамыр тығыҙ булырға һәм ҡулға йәбешмәҫкә тейеш.
3. Ҡамырҙы пленка аҫтына 30 минутҡа һалып тороғоҙ.
4. Нәҙек итеп йәйегеҙ, уртала тишекле һыҙат рәүешендә ҡырҡығыҙ һәм «бороғоҙ».
5. Алтын төҫөнә тиклем майҙа ҡыҙҙырығыҙ.
6. Киптерегеҙ һәм шәкәр онтағы һибегеҙ.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас