

Сасҡау һыуыҡтарҙан ышыҡланыр
Һин ашығып ҡайтыр өйөм булсы.
Күреү менән һинең яҡты йөҙҙө
Күңелемә шатлыҡ булып тулсы.
Уянғас та татлы йоҡоларҙан
Күкрәгемә һулар һауам булсы.
Юғиһә мин ошо донъяларҙан
Ашығып ҡына уҙып барған юлсы...
"Минең өйөм һиндә бит ул!"- тип әйт!
Минең өсөн бәхет - һин булған ер!
Икебеҙҙең бергә булған мәлде
Ғүмер тылсымына һин әйләндер.
Сасҡау һыуыҡтарҙан ышыҡланыр
Ашығып ҡына ҡайтыр өйөң бит - мин!
Мәңге генә үҙенә тартыр маяҡ,
Йөрәгемдең моңло көйө бит - һин!
Гөлназ ҠОТОЕВА.
"Мөхәббәтле миҙгел" төркөмөнән.
Автор фотоһы.