Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
13 Октябрь 2025, 18:05

Сабырлыҡ бир...

Кемгә етмәй сабырлыҡ бир, Хоҙай,Кемдәр яңғыҙ, парлы, ишле ит!Аҙашҡанды тура юлға сығар,Төнөлгәнгә өмөт бүләк ит!

Сабырлыҡ бир...Сабырлыҡ бир...
Сабырлыҡ бир...

Кемгә етмәй сабырлыҡ бир, Хоҙай,
Кемдәр яңғыҙ, парлы, ишле ит!
Аҙашҡанды тура юлға сығар,
Төнөлгәнгә өмөт бүләк ит!
Сикһеҙ маһайғанды тынысландыр,
Сарсағанға шишмә тап булһын!
Моңло күңелдәргә шатлыҡ өҫтә,
Сәфәр сыҡҡандарға юл уңһын!
Хаҡлылары бүләктәрен алһын,
Һөмһөҙҙәре алһын язаһын...
Эй, хоҙайым! Иртәгәһе көндәр
Килһен тыныс, бәлә - ҡазаһыҙ!

Сәкинә Тотманова.

"Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы"нан

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас