Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2025, 01:05

ҠАРА КӨҘҘӘ

Ҙур ҡаланың һаҡ йөрәге менәнАуаздашлыҡ тоям был мәлдә,Туң танауын елкәләргә төртөпҺыуыҡ ҡалмай йөрөй тәңгәлдә.

ҠАРА КӨҘҘӘҠАРА КӨҘҘӘ
ҠАРА КӨҘҘӘ

Ҙур ҡаланың һаҡ йөрәге менән
Ауаздашлыҡ тоям был мәлдә,
Туң танауын елкәләргә төртөп
Һыуыҡ ҡалмай йөрөй тәңгәлдә.

Йөрәк ҡағышына тап килмәгән
Меңәрләгән аяҡ тауышы
Зитҡа тейеп, дөрөҫ баҫам мин тип,
Аһәңемә килеп ҡарыша…

Туҡталышта, ҡарышлауыҡ ише
Мәлен көтөп ваҡыт тағатҡан,
Һағыш аҫылынған, һуҡыр һағыш,
Барыбер уға, кисме, таң атҡан…

Битараф ул, был һалҡындан йонсоп,
Хатта ғына киткән һорайып.
Йылылыҡҡа мохтаж булғас ниңә
Бында тораһың тип һорайым…

Ана ҡоштар осто алыҫтарға,
Йә йылыға инеп өңөлдө,
Тере ҡулһыҙ һағыш… Аңлайым мин…
Мин үҙем дә шулай төңөлдөм.

Ҙур ҡаланың ҡаҡ йөрәге ише,
Урам шауҙарынан миктәгән,
Ҡоршауҙарын ҡурсыусыға һанап,
Талпынған йән осоп китмәгән…

Гөлнара Хәлфетдинова.

"Ағиҙел"дән алынды.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас