Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
31 Октябрь 2025, 04:15

Торатау итәгендә Дуҫлыҡ аллеяһы барлыҡҡа килде

Ишембай районының «Торатау» геопаркында дуҫлыҡ Аллеяһы барлыҡҡа килде. Экологик акция Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың туризм министрлығынан.

Торатау итәгендә Дуҫлыҡ аллеяһы барлыҡҡа килдеТоратау итәгендә Дуҫлыҡ аллеяһы барлыҡҡа килде
Торатау итәгендә Дуҫлыҡ аллеяһы барлыҡҡа килде
Геопарк хеҙмәткәрҙәре «Йәшел Башҡортостан» ойошмаһы вәкилдәре менән бергә Торатау итәгендә 100-гә яҡын шыршы һәм ҡарағай ултыртты.

— Геопарк — территорияның индустриаль булмаған үҫеш формаһы. Беҙ үҙебеҙгә килеп еткән мираҫты һаҡлап ҡына ҡалмайбыҙ, төрлө ысулдар менән экологияға үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ, — тип билдәләне «Торатау» геопаркының генераль директоры Заһир Хәҙимуллин.⠀

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-10-30/v-bashkirii-u-podnozhiya-toratau-poyavilas-alleya-druzhby-4447688

Автор:Инсаф Хужабиргәнов.
Фото:Башҡортостандың Туризм министрлығы / телеграм-канал.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас