

4 ноябрь иртәһендә Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводында шартлау була. Ул һыу таҙартыу цехында яңғырай. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, предприятие террористик һөжүмгә дусар булған. "Оборона Министрлығы һәм предприятиеларҙың именлек хеҙмәте көстәре менән ике пилотһыҙ аппарат та бәреп төшөрөлгән. Ҡоролмалар ярҙамсы цех районында сәнәғәт зонаһына төшә. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ, предприятие штат режимында эшләй», — тине төбәк етәксеһе. Стәрлетамаҡ мэры Эмиль Шәймәрҙәнов әйтеүенсә, ул ваҡытта цехта биш кеше эшләгән.