«Традицияларҙы, милләт, тел, халыҡтар мәҙәниәте үҙенсәлектәрен һаҡлау — беҙ алып барған дәүләт сәйәсәтенең бер өлөшө. Айырыуса шуны билдәләргә кәрәк: беҙ башҡорт кейеме көнөн түгел, ә Милли кейем көнөн иғлан иттек, шуға күрә был милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ, конфессия-ара мөнәсәбәттәр һәм башҡалар буйынса эштең мөһим өлөшө булып тора. Был эшебеҙ булмағандан уйлап тапҡан нәмә түгел, ә ҙур дәүләт бурысы. Был йәһәттән ыңғай һөҙөмтә бар тип иҫәпләйем. Иң мөһиме, кешеләр быға ынтыла. Милли кейем көнөндә кешеләрҙең селфи яһауын һәм һалыуын ҡарағыҙ», – тине Радий Хәбиров.