Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2025, 04:49

Тура бәйләнеш-2025 йомғаҡтары буйынса 1 меңдән ашыу мөрәжәғәт эшкәртелгән

11 ноябрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров менән Тура бәйләнештән һуң Башҡортостан халҡының 1078 мәсьәләһе хәл ителгән. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә белдерҙеләр. 

Тура бәйләнеш-2025 йомғаҡтары буйынса 1 меңдән ашыу мөрәжәғәт эшкәртелгәнТура бәйләнеш-2025 йомғаҡтары буйынса 1 меңдән ашыу мөрәжәғәт эшкәртелгән
Тура бәйләнеш-2025 йомғаҡтары буйынса 1 меңдән ашыу мөрәжәғәт эшкәртелгән
Улар араһында – Архангел районындағы Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында соҡорҙарҙы ремонтлау, Ҡалтасы районы Күтәрем ауылының Нефтселәр урамында юлдарҙы грейдер менән тигеҙләү һәм Балаҡатай районының Түбәнге Үтәш ауылында урамдарҙы яҡтыртыу.

Республика етәксеһе менән тура бәйләнешкә бөтәһе 9,6 меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән. Халыҡты иң ҡыҙыҡһындырған тема – юлдар.

Автор:Иван Вавилов.
Фото:Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге / социаль селтәрҙәр.
Автор:
Читайте нас