Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
24 Ноябрь 2025, 05:07

Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләме билдәле булды

2026 йылда республикала МРОТ 21% тиерлек арта.

Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләме билдәле булдыБашҡортостанда минималь эш хаҡы күләме билдәле булды
Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләме билдәле булды

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме айына 27 093 һумға еткерелә. Башҡортостанда иһә Урал коэффициенты менән бергә минималь хеҙмәт хаҡы 31 156 һум 95 тин була.

Был турала республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр иттеләр, эш биреүселәр МРОТ-тан кәм булмаған хеҙмәт хаҡы түләргә бурыслы, тип яҙылған Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексында.

Быйыл республикала МРОТ күләме Урал коэффициенты менән бергә һәм НДФЛ тотолғансы 25 806 һум тәшкил итә. Дөйөм алғанда, 20,7% артырға тейеш.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Фото:архив / башинформ.рф.

Автор:
Читайте нас