

Һәр ауылды хәрәкәт өсөн уңайлы, төҙөк юлдар биҙәй. Йорт, ихаталар ни тиклем матур булмаһын, яҡшы юлһыҙ урамдың йәме булмаясаҡ. Беҙ, Томансы ауылының Мәңгәр урамы халҡы, ошо көндәрҙә оло ҡыуаныс кисерҙек: оҙаҡ йылдар көткән юл барлыҡҡа килде. Бығаса бигерәк тә яҙ һәм көҙ миҙгелдәрендәге ямғырҙар ваҡытында йөрөү ҡыйын була торғайны.
Урамыбыҙ халҡы исеменән уны төҙөкләндереүгә көс һалған район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллинға, Аптраҡ ауыл биләмәһе башлығы Фидан Юлтимеровҡа ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Беҙ ауыл кешеләренә булған иғтибарығыҙҙы һәм хәстәрегеҙҙе тоябыҙ.
Етәкселәрҙең халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә яуаплы ҡарашы менән мөһим проблема хәл ителде - ҡырсынташ түшәлгән юл файҙаланыуға тапшырылды.
Бөгөн төҙөк юлдан теләһә ниндәй һауа шарттарында ла йөрөргә мөмкин.
Томансы ауылының Мәңгәр урамы халҡы.