

– Өй шарттарында колбаса эшләүҙең ауырлығы юҡ. Берәр килограмм һыйыр һәм йылҡы итенең фаршын ҡушабыҙ. Шуға самалап һуған, һарымһаҡ, ҡара, ҡыҙыл борос, тоҙ һалып баҫабыҙ. Ике сәғәткә маринадларға ултыртып ҡуябыҙ. Ит үткәргестең колбаса эшләй торған махсус ҡулланмаға эсәкте кейҙереп, 20-25 сантиметр оҙонлоғонда колбасалар эшләйбеҙ. Ике осон бау менән бәйләйбеҙ. Һыуға лавр япрағы, тоҙ һалып, 60-70 градусҡа еткәнсе йылынғас, колбасаларҙы һалабыҙ. Ҡаҙылыҡты тишкән кеүек бер нисә урындан сәнсәбеҙ. Талғын утта ҡайнап сыҡҡас, 15-20 минут бешерәбеҙ. Һөҙөп алғас, майлы табала ике яҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ. Духовкала ла ҡыҙҙырырға мөмкин. Бик тәмле килеп сыға!
Фото ғаилә архивынан.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-11-29/it-mul-sa-ta-t-bi-i-kolbasa-eshl-yek-4486599