

Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,
Сиккәндәре, беләм, бирнәлек —
Апайымды былтыр һораттылар,
«Әле йәшерәк» тип бирмәнек.
Сана юлы төшкәс (вәт күр ҙә тор),
Йәнә килер әрһеҙ яусылар.
Телдәренән балдар тамыр, —
Имеш:
«һеҙҙә аҡҡош, беҙҙә аусы бар...»
Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,
Биҙәктәргә ялғап биҙәкте,
Биҙәктәре ебәк йырҙай ағыла,
Тик йырҙары өҙә үҙәкте:
«Күпер аҫты күк томан,
Күпһенмәгеҙ, күп тормам,
Айҙар торһам, йылдар тормам,
һағынырһығыҙ, мин булмам...»
Мин бәләкәс, бик бәләкәс әле,
Тар һәндерә — барлыҡ йыһаным.
Шул йыһанда был кис япа-яңғыҙ
Йомма йәшем түгеп иланым.
Мин иланым:
Бына килерҙәр ҙә
Ҡыңғырауҙар таҡҡан аттарҙа
Берәм-берәм алып елдерерҙәр
Ете ҡыҙҙы ете яҡтарға.
Мин иланым:
Был кис ҡабатланмаҫ,
Кире ҡайтмаҫ инде был моңдар...
Ҡыҙҙар йырлай.
Күбәләктең ниңә
Йәш түккәнен белмәй былбылдар.
Кистәр ҡабатланмай. Моңдар ҡайта,
Урап ҡайта икән бер талай.
Күпме үрҙәр үткәс, шул йыр тағы
Йөрәгемде телде урталай:
«Күпер аҫты күк томан,
Күпһенмәгеҙ, күп тормам,
Күп торһам да, мәңге тормам,
һағынырһығыҙ, мин булмам...»
Мин хәҙер ҙур. Хәҙер бик ҙур инде.
Бөтә донъя — минең биләмем.
Бер кисәнең түгел, бар ғүмерҙең
Ике килмәүҙәрен беләмен.
Шуға күрә үкһеп кенә түгел,
Үкереп илаһаң да ерлек бар.
Иламайым. Сөнки сабырлыҡ бар,
Сабырлыҡҡа тиңдәш ирлек бар.
Иламайым. Фани донъя аяҙ,
Ысыҡ яна йәшел үләндә.
Таң нурына ҡунып, яҙ турғайы
Тәүге йырын йырлай түбәмдә.