Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2025, 04:03

Өфөлә башҡорт һәм татар телдәре буйынса олимпиадалар үткәрелә

Һынауҙар бөгөн башланды.

Өфөнөң Мәғариф идаралығы мәғлүмәте буйынса, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиаданың муниципаль этабы 5 декабрҙә ойошторола. 6 декабрҙә иһә туған татар теле һәм әҙәбиәтенән республика олимпиадаһының муниципаль этабы.

Унда баш ҡала һәм дәүләт дөйөм белем биреү учреждениеларының 7-11-се кластарынан 500-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнаша.

Олимпиада призёрҙары һәм еңеүселәре дипломдар менән бүләкләнә, ә 9-11-сы кластар араһында еңеүселәр һәм призерҙар интеллектуаль ярыштарҙың киләһе этаптарында баш ҡала исеменән сығыш яһай.

Автор:
Читайте нас