Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2025, 04:04

2026 йылдың башында Рәсәйҙә социаль түләүҙәр һәм пенсиялар арта

2026 йылдың башында Рәсәйҙә социаль түләүҙәр һәм пенсиялар арттырыла.

2026 йылдың башында Рәсәйҙә социаль түләүҙәр һәм пенсиялар арта2026 йылдың башында Рәсәйҙә социаль түләүҙәр һәм пенсиялар арта
2026 йылдың башында Рәсәйҙә социаль түләүҙәр һәм пенсиялар арта
1 ғинуарҙан страховка пенсиялары арта, индексация 7,6% тәшкил итә. Ҡартлыҡ буйынса уртаса страховка пенсияһы, хөкүмәт баһаһы буйынса, айына 27 мең һумға тиклем еткерелә. Хәрби пенсиялар ҙа үҙгәрә: аҡсалата тәьминәт коэффициенты 93,59% тиклем арттырыла, октябрҙә лә артыуы көтөлә.

Шулай уҡ 1 февралдән бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие арта – 28 773 һум. Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие кәмендә 10 790 һум, ә страховкаланған шәхестәр өсөн иң күбе 83 мең һум була.

17 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр йәшәү минимумы нигеҙендә иҫәпләнә, 2026 йылда ул 18 939 һумға еткерелә.

Автор: Инсаф Хужабиргәнов.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас