Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2025, 06:09

Һыйыр ҡарынынан ҙур күләмдә аҡса тапҡандар

Ғафури районының Толпар ауылында ғәҙәти булмаған табышҡа юлыҡҡандар. Өй хужаһы һыйырын һуйғас, малдың ҡарынынан янсыҡ менән ҙур күләмдә аҡса килеп сыҡҡан. Ир шунда уҡ ауылдаштарына табыштың хужаһын табыуҙа ярҙам һорап видеояҙма яҙҙырған.

Һыйыр ҡарынынан ҙур күләмдә аҡса тапҡандарҺыйыр ҡарынынан ҙур күләмдә аҡса тапҡандар
Һыйыр ҡарынынан ҙур күләмдә аҡса тапҡандар
Видеояҙма социаль селтәрҙә таралды.

Баҡтиһәң, һыйыр һәр ваҡыт сүплектә йөрөргә яратҡан. Шуға ла уның эсендә 30 килограмм самаһы ҡый йыйылған булған. Ә иң мөһиме улар араһында 5 мең һумлыҡ аҡсалар менән янсыҡ табылған. Шулай уҡ араһында документтар ҙа бар.

«Эҙләүсе булһа, беҙгә мөрәжәғәт итһен», - тип белдерә ир.

Фото: видеонан стоп-кадр.

Авторы: Инсаф Хужабиргәнов.
Автор:
Читайте нас