«Радий Фәрит улы, ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Был документ өсөн – йөҙәрләгән мең саҡрым, йөҙәрләгән мең юл. Ошо йылдар эсендә бик күпме яҙмыштар менән осрашырға тура килде. Үҙебеҙҙең мәғлүмәт агентлығы етәкселегенә, журналистар союзына рәхмәтлемен. Был, ысынлап та, ғәйәт ҙур эш. Ярҙам өсөн ҙур рәхмәт», – тине Эдуард Ҡусҡарбәков яуап һүҙендә.
«Бер нисә йыл элек беҙ хәрби хәбәрселәр булыр тип күҙ алдына ла килтермәй инек. Университетта мине быға өйрәтмәнеләр. Коллегаларыбыҙ менән бергә, алғы һыҙыҡта өйрәндек. Ошондай ярҙам өсөн ҙур рәхмәт, ул ысынлап та кәрәк. Артабан да эшләйбеҙ», – тип билдәләне БСТ телеканалы журналисы Азат Саҙрыев.
Радий Хәбиров шулай уҡ республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Мәҫәлән, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Галина Пантюхина республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.