

Улар булдыра! Йолаға әүерелгән сарала район-ҡаланан 11 мәктәп уҡытыусылары көс һынашты.
Бөтә төр спорт ярышында ла тиҙлек, таһыллыҡ һәм әлбиттә, коллектив менән ярышыу төп талаптарҙың береһе ине. Йылдағыса сираттағы турнир ҙа ысын спорт, дәрт һәм команда рухы байрамына әүерелде
Программа буйынса индивидуаль ярыштар индерелде, бында һәр кем үҙенең шәхси көсөн, етеҙлеген күрһәтте. Шулай уҡ команда эстафеталары ла булды. Арҡан тартыу колективизм рухын арттырҙы.
Спорт турниры уҡытыусыларҙың эштә генә түгел, спортта ла көслө икәнлеген күрһәтте! Беҙҙең еңеүселәр менән ғорурланабыҙ!