Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2025, 14:00

Башҡортостанда йәшәүселәр яңы йылды бурысһыҙ ҡаршылай ала

Республикала һалым бурыстарын ҡаплау буйынса акция башланды.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
 
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Бөгөн, 12 декабрҙә, Башҡортостанда «Яңы йылға – һалым буйынса бурысһыҙ» акцияһы старт алды. Ул 28 декабргә тиклем бара. Республиканың барлыҡ ҡалаларында тиерлек күсмә һалым офистары асыла һәм федераль һалым хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре бурыстар тураһында белергә һәм уны түләргә ярҙам итә, шулай уҡ төрлө һорауҙарға яуап бирә.

Сауҙа үҙәктәрендәге күсмә офистарҙың эш графигын һылтанма буйынса йәки 8-347-215-10-70, өҫтәмә 55-55 телефонына шылтыратып белергә мөмкин.

Офистар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Ишембайҙа, Белоретта, Октябрьскийҙа, Нефтекамала, Туймазыла, Бәләбәйҙә, Учалыла, Сибайҙа, Ҡырмыҫҡалыла эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-12/zhiteli-bashkirii-eschyo-smogut-voyti-v-novyy-god-bez-dolgov-4503731

Автор: Элина Әхмәтова
Автор:
Читайте нас