Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2025, 04:03

ЯҢЫ ЙЫЛДЫ БУРЫСҺЫҘ ҠАРШЫ АЛЫҒЫҘ

Республикала һалым бурыстарын ҡаплау буйынса акция башланды.

ЯҢЫ ЙЫЛДЫ БУРЫСҺЫҘ ҠАРШЫ АЛЫҒЫҘЯҢЫ ЙЫЛДЫ БУРЫСҺЫҘ ҠАРШЫ АЛЫҒЫҘ
ЯҢЫ ЙЫЛДЫ БУРЫСҺЫҘ ҠАРШЫ АЛЫҒЫҘ

12 декабрҙә Башҡортостанда «Яңы йылға – һалым буйынса бурысһыҙ» акцияһы старт алды. Ул 28 декабргә тиклем бара. Республиканың барлыҡ ҡалаларында тиерлек күсмә һалым офистары асыла һәм федераль һалым хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре бурыстар тураһында белергә һәм уны түләргә ярҙам итә, шулай уҡ төрлө һорауҙарға яуап бирә.

Сауҙа үҙәктәрендәге күсмә офистарҙың эш графигын һылтанма буйынса йәки 8-347-215-10-70, өҫтәмә 55-55 телефонына шылтыратып белергә мөмкин.

Офистар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Ишембайҙа, Белоретта, Октябрьскийҙа, Нефтекамала, Туймазыла, Бәләбәйҙә, Учалыла, Сибайҙа, Ҡырмыҫҡалыла эшләй.

Автор: Элина Әхмәтова.
Автор:
Читайте нас