Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Декабря 2025, 04:55

«Формат» матурлыҡ булдыра

Бынан ун йыл элек эшҡыуарлыҡта тәүге аҙымдарын яһаған «Формат» полиграфияһы үҫешә, камиллаша барып, бөгөн матурлыҡҡа үҙ өлөшөн индерергә, мөрәжәғәт иткән һәр кемгә үҙ хеҙмәтен күрһәтергә әҙер.

«Формат» матурлыҡ булдыра«Формат» матурлыҡ булдыра
«Формат» матурлыҡ булдыра

Бынан ун йыл элек эшҡыуарлыҡта тәүге аҙымдарын яһаған «Формат» полиграфияһы үҫешә, камиллаша барып, бөгөн матурлыҡҡа үҙ өлөшөн индерергә, мөрәжәғәт иткән һәр кемгә үҙ хеҙмәтен күрһәтергә әҙер.

Ул етештергән бөтә төр тауар халыҡта киң ҡулланылыш таба. Шулар иҫәбенә айырым зауыҡ менән әҙерләнгән адреслы алтаҡталар ҙа инә. Улар һатып алыусының ихтыяжынан сығып, төрлө формала, ҙурлыҡта һәм төҫтә яһала. Сифаты ла юғары. Миҙгелгә, һауа шарттарына ҡарамай, йылдар буйы ҡояшҡа уңмай, ҡар-ямғырҙа тутыҡмай хеҙмәт итә. Йәшәгән йортоғоҙҙоң йәки эш урынығыҙҙың адресы яҙылған матур алтаҡтаны ижади ҡарашлы оҫталар «һә» тигәнсе яһап бирәсәк.    

Ғүмер байрамығыҙ уҙасаҡ урынды заманса итеп биҙәргә теләһәгеҙ, полиграфия хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итегеҙ. Дизайнерҙар саҡырыу ҡағыҙын, фотозонаны, ҡунаҡтарҙы табын артына ултыртыу планын, өҫтәлдәрҙе биләдәүсе һандар теҙмәһен үҙенсәлекле биҙәлеш менән яһап бирәсәк.

Полиграфия кешелек тарихындағы иң мөһим даталарға ла бик етди әҙерлек алып бара. Унда һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәрҙең фоторәсемдәре менән транспаранттар, машина тәҙрәһенә йәбештереү өсөн «Мин иҫләйем! Мин ғорурланам!» һәм башҡа төрлө яҙыулы, махсус символикалы йәбештереү ҡағыҙҙары етештереү ҙә ҡаралған. Шулай уҡ футболка, бейсболка, значокка үҙегеҙгә оҡшаған рәсемде баҫтырып алырға мөмкин.

Фоторәсем эшләтеп, документты сканер аша сығартып алырға, брошюра эшләтергә кәрәк булһа, полиграфия һеҙгә ярҙамға килергә әҙер.

Заказдар онлайн режимда ла ҡабул ителә, ҡала буйынса илтеп биреү мөмкинлеге ҡаралған, ташламалы хаҡ етештерелгән тауар күләменә бәйле.

Үрҙә һанап үтелгән хеҙмәттәр полиграфия күрһәткән хеҙмәттәрҙең бер өлөшө генә. Уларҙың эштәрен үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрергә теләһәгеҙ, Октябрь урамы, 5-се йортта урынлашҡан «Полиграфия Формат» ҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (967) 740-49-46. 

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас