

«Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында «Озерки ауылының Рыбалко урамындағы юлды төҙөкләндереү» проекты менән Шевченко ауыл биләмәһенә ҡараған Озерки ауылы ла ҡатнаша.
Ул йыйылыштарҙа тәҡдим ителгән проекттар араһында иң мөһиме тип табылған.
Программа сиктәрендә республика ҡаҙнаһынан бүленгән тәғәйен суммаға урындағы халыҡ, шулай уҡ спонсорҙар үҙ өлөшөн индерә.
Ғариза һәм тейешле документтар тапшырылғандан һуң, проект конкурстың һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеп, етерлек балл йыйып, еңеүсе тип танылһа, финанслау ала һәм уны ғәмәлгә ашырыу бурысы үтәлә.
Ауыл ерендәге йәшәйеште яҡшыртыуға ҡоролған эштәр уңышлы тамамланһын.
Фото архивтан.