Республикала 31 декабрҙән 11 ғинуарға тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Күрелгән сараларҙың төп маҡсаты — Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары осоронда халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм янғын хәүефен кәметеү.
Янғын хәүефһеҙлеге талаптарына тап килмәгән объекттарҙа күмәк саралар үткәреү; махсус урындарҙан ситтә усаҡ яғыу, фейерверк аттырыу тыйыла.
Был осорҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар икеләтә арта.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре янғын хәүефен кәметеү һәм кешеләрҙең һәләк булыуына юл ҡуймау өсөн республика халҡын һәм ҡунаҡтарын ошо талаптарҙы үтәргә саҡырҙы.