
20 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Ишембай районының «Торатау» этнокомплексында Ҡыш бабай тирмәһе асыла. Этнокомплекс ҡунаҡтары 11 ғинуарға тиклем башҡорт яңы йыл тылсымсыһы менән осраша, шулай уҡ ҡышҡы уйындарҙа ҡатнаша ала, тип хәбәр итә «Торатау» геопаркының матбуғат хеҙмәте.
Байрам программаһында: урамда шыршы янында яңы йыл программаһы, байрам концерты, әйлән-бәйлән, оҫталыҡ дәрестәре, уҡтан атыу, ҡаргиҙәрҙә, бананда, атта һыбай йөрөү, сана шыуыу. Сәғәт 5-тә шыршы янында киске байрам программаһы башлана.
Ҡунаҡтар Ҡыш бабай һәм уның ейәнсәре Ҡарһылыу менән ҡупшы шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнай, санала шыуа, ҡаргиҙәрҙә һәм атта йөрөй ала. Байрамса биҙәлгән тирмәлә балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә Башҡортостандың төп яңы йыл тылсымсыһы менән яҡынданыраҡ аралашыу, шиғыр һөйләү, бейеү һәм фотоға төшөү мөмкинлеге бар.
Башҡорт фольклорында Ҡыш Бабай – һыуыҡты кәүҙәләндергән ҡышҡы персонаж. Ейәнсәренең исеме Ҡарһылыу.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-18/v-bashkirii-otkroetsya-yurta-kysh-babaya-4512417