Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2025, 14:00

Республика халҡын епшек ҡар һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр

Киләһе тәүлектә республикала һауа торошо боҙола: епшек ҡар, урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар ятыуы, юлдарҙа көрт, тайғаҡ булыуы ихтимал.

Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, иртәгә ел көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр, төндә секундына 18 метрға етеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә -4, -9°, көнсығышта -14°, көндөҙ 0, -5°. Юлдарҙың айырым участкаларында яуым-төшөм ваҡытында 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.

Өфөлә ҡар һәм епшек ҡар, урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар ятыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, тайғаҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр. Һауа температураһы төндә -4, -6°, көндөҙ 0, -2°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-18/zhiteley-bashkirii-predupredili-o-mokrom-snege-i-silnom-vetre-4512694

Автор: Ксения Калинин
Автор:
Читайте нас