Көнгәк
+5 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
20 Декабря 2025, 15:00

Республиканың 30 ҡалаһы һәм районында яңы йыл алды йәрминкәләре ойошторола

Башҡортостан халҡын йәнә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр.

Иван Иванов / телеграм-канал, архив фотоһы
 
Фото: Иван Иванов / телеграм-канал, архив фотоһы

19-21 декабрҙә республиканың 30 ҡалаһы һәм районында ауыл хужалығы йәрминкәләрендә урында етештерелгән тәбиғи, сифатлы продукция һатып алырға мөмкин. Был хаҡта Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр иттеләр.

Ошо өс көндә бөтәһе 50 йәрминкә майҙансығы эшләй. Адрестар һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сайтында баҫылған.  

Башинформ хәбәр иткәнсә, Волга буйы федераль округында Башҡортостан дөйөм йәрминкәләр һаны буйынса — икенсе, ял көндәрендә ойошторолған йәрминкәләр буйынса беренсе урынды биләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-19/v-30-gorodah-i-rayonah-bashkirii-sostoyatsya-prednovogodnie-yarmarki-4513552

Автор: Галина Бахшиева
Автор:
Читайте нас