Мамыҡ ҡына булып ҡарҙар яуа,
Елбәҙәкләп төшә еремә.
Күктән төшкән һәр бер бөртөгөндә
Ҡабатланмаҫ биҙәк күренә.
Аҡ күбәләк булып осоп уйнап
Килеп ҡуна улар ҡулдарға,
Ап-аҡ ҡына мамыҡ юрған булып
Түшәләләр барған юлдарға..
Ҡар бөртөгөн ҡулдарыма алдым
Һоҡланайым тиеп үҙенә.
Эрене лә ҡулым йылыһына
Тамсы тамды минең битемә.