Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
22 Декабрь 2025, 15:00

Башҡортостанда аҙна башында ҡар яуыуы көтөлә

       

Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
 
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда яңы аҙна һауа торошо сюпризы менән башлана, тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк синоптиктары.

Бөгөн, 22 декабрҙә, республикала бер аҙ ҡар, ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көслө. Көндөҙ һауа температураһы -2, -7°.

Шишәмбе, 23 декабрҙә, шулай уҡ ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ, юлдарҙа көрт, тайғаҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көслө. Төндә -4, -9° тиклем һыуыта, көндөҙ -2, -7° була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-22/v-bashkirii-nedelya-nachnetsya-so-snegopadov-4516466

Автор: Ләйсән Закиров
Автор:
Читайте нас