Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2025, 04:08

Башҡортостанда яңы йылға 573 боҙ ҡаласығы төҙөлгән

Башҡортостанда яңы йылға әҙерләнгәндәр – 573 боҙ ҡаласығы төҙөлгән. 20 районда һәм ҡалала улар асылған, тағы ла 22 муниципалитетта бөгөн тантаналы саралар үткәрелә. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова ошо хаҡта һөйләне.

Өфөлә 18 байрам майҙансығы әҙерләнгән, уларҙың икәүһе – Ленин исемендәге майҙанда һәм «Торатау» конгресс-холы янында урынлашҡан. Ҡаласыҡтарҙы асыу графигын бында ҡарарға мөмкин.

Һауа торошона бәйле ҡайһы бер муниципалитеттарҙа боҙ һындарын эшләү һәм ҡоймаларҙы ҡуйыу оҙаҡҡараҡ һуҙылды, эш дауам итә, тине Ирина Голованова.

"Башинформ".

Автор:
Читайте нас