
Өфө мэры Ратмир Мәүлиев ретростилдәге фотоһүрәтте күрһәтте. Унда етәксе үҙе һәм уның коллегалары — баш ҡаланың Киров, Совет, Октябрь, Калинин, Орджоникидзе, Дим һәм Ленин райондары хакимиәттәре башлыҡтары һүрәтләнгән.
Ратмир Мәүлиев, Илвир Нурдәүләтов, Айҙар Бәҙғетдинов, Олег Котов, Иван Иванов, Антон Тарасов, Рөстәм Хәмитов һәм Ғәзизйән Әхмәтйәнов ҡышҡы кейемдә яңы йыл шыршыһы янында баҫып тора.
Комментарийҙарға ҡарағанда, ҡала халҡына Ратмир Мәүлиевтың фотоһүрәте бик оҡшаған.