Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2025, 05:06

Башҡортостан мәктәптәренә Советтар Союзы Геройҙары исемдәре бирелде

Республиканың биш мәктәбе яҡташтарыбыҙ, Советтар Союзы Геройҙары хәтерен мәңгеләштерҙе.

Башҡортостан мәктәптәренә Советтар Союзы Геройҙары исемдәре бирелде. Тейешле ҡарарға республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

Республиканың биш мәктәбе Башҡортостандан Советтар Союзы Геройҙары хәтерен мәңгеләштерҙе, тиелә документта. Мәҫәлән, Мишкә районында Камай ауылы мәктәбе – СССР Геройы Егор Орсаев, Баймырҙа ауылы мәктәбе СССР Геройы Ишмай Ишкинин исемен йөрөтә.

Дәүләкән ҡалаһының 4-се лицейы Советтар Союзы Геройы Владимир Ферапонтов исемен алды. Шулай уҡ Мәләүез районында 5-се мәктәп – Советтар Союзы Геройы Николай Пасов, 1-се гимназия Советтар Союзы Геройы Василий Синицындың хәтерен мәңгеләштерә.

Автор: Инсаф Хужабиргәнов.

Автор:
Читайте нас