

Ҡорама ҡорау - халҡыбыҙҙың борондан килгән шөғөлө. Элек-электән һәр ауылдың үҙ оҫтаһы булған. Уның уңғанлығы менән ауыл йорттары күркәмләнгән, тормошҡа сығырға әҙерләнгән йәш ҡыҙҙарҙың бирнәһе тулыланған.
Бығаса күптәр хәтерендә ҡорама ҡорау өләсәй кәсебе булараҡ ҡына һаҡланһа, һуңғы ваҡытта уны тергеҙеүгә тотонған оҫталар булыуы ҡыуандыра.
Шундай кәсепселәрҙең береһе Әлмира Носратуллина райондың Иштуған ауылында йәшәй.
- Тегеү эшенә бала сағымдан ҡыҙыҡтым. Әсәйем тегенсе булды, уның шөғөлө күп кешене кейендерҙе, тиергә була. Бәләкәйҙән шуны күреп үҫкәнгәлер, минең дә бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныуым бар ине. Өйрәнергә теләп, йыш ҡына өйҙәге теген машинаһын боҙоп ҡуя торғайным, - ти ул.
Ҡул эшенең ниндәйенә тотонһа ла, ҡойоп ҡуйған оҫтабикә ваҡытында шәлен дә бәйләй, сигеүен дә сигә, үҙенә кейемде лә тегеп кейә. Бөгөн ул үҙ ҡулдары менән халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәрен дә эшләй.
Ҡорамаға Әлмира Әхмәҙулла ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас тотона. Тегеүҙән ҡалған туҡыма киҫәктәренән нимәлер тегеп ҡарауҙан башланып киткән шөғөл тора-бара күҙҙең яуын алырлыҡ, кешеләр ҡыҙығырлыҡ әйберҙәр тыуҙыра.
Тәүге ҡоймаҡ - төйөрлө, тигәндәй, оҫтабикәнең башлап тотонған эштәре лә үҙенә әллә ни ҡәнәғәтлек килтермәй.
- Былай булмай әле, тинем дә, биҙәктәрҙе ныҡлап өйрәнә башланым. Минең өйрәнеү теләген, ныҡышмаллығымды күрептер, һеңлем махсус журнал алып ҡайтып бирҙе. Шулай башланып киткән эшемдең күңелемә ҡәнәғәтлек биреүенә биш йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән, - тип яратҡан шөғөлөнә тотонған тәүге көндәрен иҫкә ала Әлмира апай...
Мәҡәлә тулы күләмдә гәзиттә донъя күрҙе.
Фото архивтан.