Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
1 Ғинуар , 05:00

"Көнгәк"тең Яңы йыл бүләктәре кемгә эләкте

Беҙҙең редакция эшмәкәрлегендәге иң күңелле мәл ул “Көнгәк” гәзитенә яҙылғандар араһында бүләк уйнатыу! Билдәле булыуынса, “Яҙыл да бүләк от” акцияһын йылына ике тапҡыр үткәрәбеҙ. Уның береһе - йәй көнө икенсе ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса, икенсеһе Яңы йыл алдынан ойошторола. Был акция отош уйыны түгел, ә “Көнгәк” гәзитенә, урындағы яңылыҡтарға тоғролоғоғоҙ, беҙҙең менән булғанығыҙ өсөн рәхмәт әйтеү ысулы ул.

"Көнгәк"тең Яңы йыл бүләктәре кемгә эләкте"Көнгәк"тең Яңы йыл бүләктәре кемгә эләкте
"Көнгәк"тең Яңы йыл бүләктәре кемгә эләкте

Был көндө гәзит уҡыусылары ла тулҡынланып көтөп ала. Әҙерләгән бүләккә эйә булһа, ихлас ҡыуана белә.

Ошо матур йолаға тоғро ҡалып, приздарыбыҙҙы 26 декабрҙә редакцияла уйнаттыҡ. Уйында 230-ға яҡын квитанция күсермәһе ҡатнашты. Улар беҙгә почта, Ватсап, электрон адрес, Бәйләнештә селтәрендәге рәсми төркөмөбөҙ аша килде. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, үҙ ҡулы менән тапшырыусылар ҙа байтаҡ булды.

Даланлыларҙы составына Зөлфиә Ғибәҙуллина, Исмәғил Ҡазбулатов, Динә Аҡсурина ингән эксперт төркөмө асыҡланы. Улар лототрон ярҙамында билдәләнде.

Шулай итеп, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте бүләгенә түбәндәге дуҫтарыбыҙ лайыҡ булды (исем-шәрифтәре квитанцияла күрһәтелгәнсә яҙылды): теген машинаһы – Илфат Байсурин (корпункт) ; турағыс –Рәшиҙә Шаһманова (Арыҫлан); үтек –9-сы гимназия-интернаты; бысаҡтар йыйылмаһы – Миңлемырҙа Ғәббәсов (Ҡаран).

Спонсорҙар ярҙамында алынған редакция бүләктәре түбәндәгеләргә насип булды: микротулҡынлы мейес – Ф.И. Ибраһимов (Һәргәй); мультиварка – Нәғим Ғибәҙуллин (Хәсән); фен – Ришат Сәғитов (Ҡаран); үтек – З.З.Шәрипов (Муллағол); дүрт диапазонлы радиотапшырғыс – Ю.Т. Вахитов (Ҡотлобулат); ҡаҙан – М.А.Иманғолов (корпункт); термос – Р.М. Иҫәкәева (Арыҫлан); юрған – Ф.М. Таштимерова; плед – Римма Шәрипова (Түбәнге Таш); картина – С.Г.Йәнбирҙина (Иштуған); йыуыныу өсөн крем-гель йыйылмаһы – Әлфинур Ғәлимова (Һыртлан); Капитал LIFE компанияһынан сертификат – Ҡаранаева (Ҡаран), Капитал LIFE – Нәсимә Нәҙершина (Иштуған), Капитал LIFE – Ф.А.Таштимерова (Смаҡ).

Даланлы уҡыусыларыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм  гәзитебеҙгә тоғро булып ҡалғанығыҙ өсөн  рәхмәт белдерәбеҙ. Бүләктәрҙе февраль аҙағына тиклем  алыуығыҙҙы һорайбыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт алып килегеҙ.

!!!!Был көндө беҙ йәнә “Көнгәк” гәзитенең терәк спонсорҙарына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Бына улар: Ғүмәр Иҫәнов, Илшат Мәзитов, Фәнисә Бикбаева, Ришат Әбдрәжәпов. “Изге подписка” акцияһында әүҙем ҡатнашҡандарға ла иң йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: улар 2026 йылдың тәүге йыллығына махсус хәрби операция барышында һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә 50-гә яҡын гәзит яҙҙырып, бүләк итте.

Бынан тыш, үҙҙәренең коллективына күпләп яҙҙырған ойошма етәкселәренә Данияр Ғәбитов (“Иҙел” агрофирмаһы), Ғүмәр Иҫәнов, Илдус Хәлитов (“Ашҡаҙар” предприятиеһы), Илдус Шәрипов (“Старт” хужалығы), Рәмис Иманғолов (Салауат исемендәге предприятие), Руслан Әлимғужинға (Смаҡ ауылы), биләмә башлыҡтарына, ауыл старосталарына, ағинәйҙәр ойошмаларына рәхмәт!

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас