2025 йыл аҙағынан алып 53% осраҡтарҙа янғындарҙың төп урыны булып шәхси торлаҡ йорттар һәм йорт яны ҡаралтылары тора. Янғындың 48 процентында электр ҡорамалдарын ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, 22 процентында мейестәрҙе ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, ә ут менән һаҡһыҙ эш итеү 20 процент осраҡта янғындарға килтерә. Юл- транспорты ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә республикала ике кеше һәләк булған, 14 кеше йәрәхәтләнгән һәм ике кеше ҡотҡарылған.