Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
8 Ғинуар , 12:00

Башҡортостанда тыуым 16 процентҡа кәмегән

2025 йылда Башҡортостанда 27574 бала тыуған, тип һөйләне төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Айрат Рәхмәтуллин.

Башҡортостанда тыуым 16 процентҡа кәмегәнБашҡортостанда тыуым 16 процентҡа кәмегән
Башҡортостанда тыуым 16 процентҡа кәмегән

Башстаттың «Халыҡтың тәбиғи хәрәкәтенең оператив йомғаҡтары» яҙған мәғлүмәттәргә ярашлы, 2024 йылда тыуғандар һаны 32968 кеше тәшкил итә, ә 2023 йылда — 35388 кеше. Шулай итеп, бер йылда төбәктә яңы тыуған сабыйҙар һаны 16,4 процентҡа, ике йылда 22,1 процентҡа кәмегән. Шул уҡ ваҡытта, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, сабыйҙар үлеме 1 мең сабыйға 4 - 3,2 промиллеға тиклем кәмегән. Уның фекеренсә, бындай һөҙөмтәгә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһындағы саралар комплексы ярҙамында ирешелгән .

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас