

Тимур Мир улы Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған. 2004-2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты Сибай филиалының хоҡуҡ факультетын «Прокурор күҙәтеүе» һөнәре буйынса ҡыҙыл дипломға тамамлаған.
- Бар ғүмерен кеше һаулығы һағында тороуға арнап, хирург, патологоанатом булып эшләгән атайым Мир Килдебай улы һәм әсәйем, тиҙ ярҙам хеҙмәте фельдшеры Рәйлә Әсхәт ҡыҙы мине киләсәктә врач итеп күрергә теләһә лә, күңел ҡушыуы буйынса башҡа юлдан китергә тура килде. Мәктәптә юғары кластарҙа уҡығанда барлыҡҡа килгән хыялға тоғро ҡалыуыма бығаса үкенгәнем булманы. Ваҡыт тәгәрмәсен әйләндереп, үткәнемә ҡайтыу мөмкинлеге булһа ла, барыбер ошо өлкәне һайлар инем, - ти хоҡуҡ һаҡсыһы.
Йәш белгес хеҙмәт юлын Салауат районының Малаяҙ ауылында прокурор ярҙамсыһы булып башлай. Унда өс йыл эшләгәндән һуң, бер йыл Мәсетле һәм ун ике йыл Йылайыр райондарында эшләп өлгөрә.
Беҙҙең районға прокурор урынбаҫары итеп уҙған йылдың сентябрь айында тәғәйенләнә.
- Яҙмыш кешене үҙ ҡанундарына ярашлы йәшәтәлер ул. Бығаса эш буйынса Өфөгә йә башҡа яҡҡа йөрөгәндә, Мәләүез аша йыш үтелде, әммә ҡасандыр ошонда эшләрмен тип уйлағаным юҡ ине. Ғаиләм менән күптән түгел генә күсеп килһәк тә, өйрәнеп барабыҙ, үҙ коллективым да оҡшай. Мәләүез халҡы алсаҡ, ихлас булыуы менән күңелгә яҡын, - ти Тимур Мир улы.
Хоҡуҡ һағы өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш көнө билдәле сәғәттә башланып, тәғәйен ваҡытта тамамланмай. Уларға кисен ҡалып та, күп осраҡта ял, байрам иҫәбенә лә эшләргә тура килә. Бында яҡындарыңдың һине аңлауы, хәлеңә инеүе бик мөһим. Был йәһәттән прокурор урынбаҫарының тылы ныҡ: ҡатыны Ләйсән Радик ҡыҙы һәм улы Даниэль ғаилә башлығының эш тәртибенә күптән өйрәнеп бөткән.
Прокуратура эшмәкәрлегендә башҡарма, закондар сығарыусы һәм суд властары, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тығыҙ бәйләнештә эшләү генә үҙ һөҙөмтәһен бирә.
- Беҙҙең өлкә кешегә, уның мөрәжәғәтенә иғтибарлы, ярҙамсыл булыуҙы талап итә. Һәр мәсьәләне үҙ йөрәгең аша үткәрмәйенсә, уның осона сығып булмай. Эшемдәге төп бурыс - ғәҙеллек булдырыу. Шунан тайпылмайым. Йәмғиәттә тәртипле, законды хөрмәт иткән кешеләр күберәк булһын ине. Һуңғы ваҡытта мәкерле тоҙаҡ ҡороусы мутлашыусылар күбәйҙе. Уларҙың хәйләһенән һаҡ булырға өндәп, халыҡҡа телевидение, радио, ваҡытлы матбуғат аша мәғлүмәт еткерәбеҙ, осрашыу ойошторабыҙ. Зинһар, иғтибарлы булығыҙ, - тип, Тимур Мир улы әңгәмә һуңында мәләүездәргә үҙ теләктәрен дә еткерҙе.
Эйе, йәшәйеш бер урында тормай. Ҡануниәт тә, халыҡтың тормош кимәле лә, мәшғүллеге лә үҙгәрә. Бары тик район прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеге генә үҙгәрешһеҙ ҡала - законға хеҙмәт итеү һәм һөнәри бурыстарҙы лайыҡлы, намыҫ менән үтәү.
Автор фотоһы.