Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
13 Ғинуар , 01:05

Ғүмер көҙөндә лә пар кәрәк

Тормош юлы буйлап парлап атлап, тәбиғәт миҙгелдәрен бергә уҙҙырған кешеләр менән аралашҡанда, уларҙың бер-береһенә булған мөғәмәләһе һоҡланыу тыуҙыра.

Ғүмер көҙөндә лә пар кәрәкҒүмер көҙөндә лә пар кәрәк
Ғүмер көҙөндә лә пар кәрәк

Тормош юлы буйлап парлап атлап, тәбиғәт миҙгелдәрен бергә уҙҙырған кешеләр менән аралашҡанда, уларҙың бер-береһенә булған мөғәмәләһе һоҡланыу тыуҙыра.

Йәшәйештең төрлө сағын кисерә белгән кешеләр парлы бәхеттең  бәрәкәтле булыуын яҡшы аңлай.

Районыбыҙҙың матур ауылдарының береһе - Һарышта йәшәгән Фәһимә һәм Сергей Кирилловтар менән әңгәмәләшкән ваҡытта, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе тағы ла нығыраҡ асылғандай булды.

Яҙмыш кешене фәҡәт ул ғына үтергә тейеш һуҡмаҡтан йөрөтә, тибеҙ. «Мәләүездең ҡайҙа икәнен дә белмәй торғайным», тигән Фәһимә апайҙың районға килеп төпләнгәненә һигеҙ йыл булып киткән.

1957 йылдың 16 июнендә Бәләбәй районының Приютово ҡасабаһында тыуып, ғүмеренең байтаҡ өлөшөн Октябрьский ҡалаһында үткәргән апайҙың яҙмыш китабына ла, күрәһең, «Һарыш ауылы» тигән бүлек яҙылған булғандыр.

Ҡалала йәшәгән, ауыл тормошо, хужалыҡ эштәре менән таныш булмаған ҡатындың бына байтаҡ йылдар башҡаларҙан ҡалышмай гөрләтеп донъя көтөүе күптәрҙе һоҡландыра.

- Мал аҫрауҙың, һыйыр һауыуҙың, уның ағын эш итеүҙең ни икәнен дә белмәгән кеше инем бит мин, - ти ул, әле булһа үҙ-үҙенә аптырағандай.

Улар Сергей Евстигнеевич менән тормоштоң байтаҡ һынауы аша үтеп, юғалтыуҙар кисергәндән һуң, өлкән йәштә табышып ҡауыша. Табышып, тигән һүҙ урынһыҙыраҡ та кеүек әле, сөнки байтаҡ йыл бер-береһен белеп-күреп, бер заводта эшләп йөрөгән хеҙмәттәштәр булалар. Фәһимә апайҙың 45 йыл ғүмере Октябрьский ҡалаһының автоприборҙар яһау заводында үткән. Утыҙ биш йыл бергә ғүмер иткән ире яман сирҙән донъя ҡуйғас, тол ҡалған апайға үҙе кеүек үк яңғыҙ танышы киләсәккә парлап атларға тәҡдим яһай.

- Йәш айырмабыҙ байтаҡ беҙҙең. Ирем 1936 йылғы. Алла бойорһа, киләһе йылдың 25 мартында уға 90 йәш туласаҡ,- ти йорт хужабикәһе. - Өйләнешкәс, Сергей үҙ яғына, тыуған ауылы Һарышҡа ҡайтырға теләк белдерҙе.

Кирилловтарҙың күркәм йортонда ауылға хас мөхит, күптәр ҡыҙығырлыҡ йәшәйеш. Унда тырыш, бөтмөр кешеләр йәшәгәнен ҡапҡанан килеп инеү менән аңлайһың.  

Ғүмер буйы хөкүмәткә эшләү менән бер рәттән икеһе лә ваҡытында матур тормош ҡороп, тәртипле балалар үҫтерергә өлгөргән. Бөгөн ике яҡтыҡын да тигеҙ күреп, уртаҡ тел табып йәшәйҙәр.

Эшкә өйрәнгән кеше үҙ көсөндә сағында гел хәрәкәттә булырға, һаман игелекле ғәмәл ҡылырға тырыша. Сәләмәт тормош яратҡан Фәһимә апай скандинавса йөрөү менән шөғөлләнә. Уның ире лә йәштән спортты үҙ иткән кеше. Шуғалыр ҙа, өлкән йәштә лә һаулығына зарланмай, хужалыҡ эштәрен үҙе башҡара.

Хужабикә ҡул эштәре менән йортона ҡот, йәм индерә. Уның бәйләгән әйберҙәре, алмаз мозаикаһы менән йыйылған рәсемдәре һоҡландыра.

Оҫтабикә яуҙағы һалдаттарға йылы ойоҡбаштар бәйләй. Былтыр 36 пар тапшырһа, быйыл 33-те бәйләгән. Ауыл ирекмәндәре менән бергә һаҡлыҡ селтәре үрергә лә йөрөй.

- Ҡатынығыҙ һеҙгә бүлә торған ваҡытын ирекмәнлек эшенә бағышлағанына ризаһыҙлыҡ белдермәйһегеҙме һуң? - тип һорайым ғаилә башлығынан.

- Юҡ, - тине Сергей Евстигнеевич - ил һаҡлаған уландарҙы ҡайғыртырға, хәстәрләргә кәрәк.

Бөгөн Кирилловтарҙың теләге бер: донъяла тыныслыҡ урынлашып, матур тормоштоң йәмен татып, парлы булып йәшәү.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас