Уҙған аҙна аҙағында Мәскәүҙә һәм Үҙәк Волга буйы федераль округында аномаль ҡар яуған. Урта диңгеҙ циклоны Башҡортостанға барып етмәйәсәк — ул әүҙемлеген сарыф иткән дә инде. Урал өҫтөндә, киреһенсә, юғары баҫым өлкәһе нығытыла, тип һөйләнеләр Башгидрометүҙәктә. Шуға күрә был аҙнала яуым-төшөм көтөлмәй. Уның икенсе яртыһында температура төндә -13,-18, урыны менән -23, көндөҙ -9,-14 градусҡаса түбәнәйә. Аҙнаның аҙағы ныҡ һыуыҡ булыуы көтөлә. Алдан хәбәр итеүҙәренсә, яңы йылдың тәүге биш көнөндә Башҡортостанда айлыҡ ҡар нормаһының өстән бер өлөшө яуған.