Көнгәк
-12 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар , 09:00
1

Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына

23 ғинуарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Урман башҡорто» исемле әҙәби-музыкаль кисә була. Кисәлә республиканың танылған сәхнә йондоҙҙары, күренекле тел белгестәре һәм Тәтешле районының үҙешмәкәр коллективтары ҡатнаша.   Ғәли Соҡорой – башҡорт әҙәбиәте тарихында ҡабатланмаҫ тәрән эҙ ҡалдырған, үҙ заманының алдынғы ҡарашлы мәғрифәтсеһе һәм күренекле дин әһеле дәрәжәһендә оло ихтирам яулаған тарихи шәхес. Уның ғәйәт бай, үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы әҫәрҙәре милли һүҙ сәнғәтебеҙ үҫешендә оло бер этап, яңы баҫҡыс булып тора.

Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына
Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына

Шағирҙың ижадына тормошсанлыҡ, донъяуи дөрөҫлөк, мәғрифәтселек һәм дини әҙәбиәткә ҡыйыу мөрәжәғәт итеү, шулай уҡ суфыйсылыҡ элементтары хас. Шул уҡ ваҡытта уның шиғриәтендә, сәсмә әҫәрҙәрендә милли тойғо, башҡортлоҡ рухы көслө сағыла. Ике быуат элек ижад иткән милләттәшебеҙҙең берҙәмлеккә, белемгә, рухи үҫешкә өндәгән һүҙҙәре әле лә актуаль.

Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Ғәбдессалих улы Кейеков) 1826 йылда Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында тыуған. Атаһының мәҙрәсәһендә башланғыс белем алғандан һуң, Мөхәмәтғәли Бөрө, Уса, Минзәлә һәм Бәләбәй өйәҙҙәрендәге биш мәҙрәсәлә уҡый. Заманында данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһен тамамлай.

1852 йылда ул тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм ғүмеренең аҙағынаса шунда йәшәй. Үҙенең «Манзумати Ғәлийә» («Ғәлиҙең назымдары») исемле ҡулъяҙма китабында: «Беҙ урман башҡорто буламыҙ. Игенсе улы – игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндер. Беҙҙең төп шөғөлөбеҙ – урман әрсеп, бесәнлек вә игенлек яһамаҡтыр», – тип яҙа ул.

Республикабыҙҙа Ғәли Соҡоройҙоң яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү, ижадын өйрәнеү буйынса маҡсатлы эштәр башҡарыла. Шағирҙың киләсәк быуындарға ҡалдырған бай әҙәби мираҫы ғалимдар, әҙәбиәтселәр тарафынан ентекләп өйрәнелә, нәшер ителә, уның әҫәрҙәре уҡыу программаһына индерелгән. Ҡулъяҙмалары, китаптары, шиғырҙары архив материалдарында тупланып, китапханаларҙа урын алды. Тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙа мәсет, Үрге Тәтешлелә башҡорт гимназияһы, үҙәк урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә, музейы эшләй.

Инеү ирекле,+6

Автор: Ләйлә Аралбаева.
Автор:
Читайте нас