

«Миллионер булыр өсөн миллионерҙарса фекерләргә кәрәк» тигән һүҙҙәрҙең нигеҙендә дөрөҫлөк ята. Донъяның уңышлы кешеләре, юғары үрҙәргә күтәрелгәнсе үк үҙен бай, эшлекле һәм уңышлы итеп күрә белгән. Баштағы дөрөҫ уй тормошто йөҙ һикһән градусҡа әйләндереп ебәрергә һәләтле булыуын аҡыл эйәләре инде әллә ҡасан иҫбатлағанын да беләбеҙ.
Тауыҡ һәм бүҙәнә үрсетеү менән шөғөлләнгән ун ике йәшлек Йәлил Салауатов та киләсәктә үҙен ҡошсолоҡ фабрикаһы етәксеһе итеп күрә.
Уның менән әңгәмәләшкәндә, үҙемде әле үк уңышлы эшҡыуар менән һөйләшеп ултырғандай тойҙом. Ун ике йәшлек үҫмерҙең үҙенә булған ышанысын күреп, һөйләгәненә иҫем китеп...
Ярай, барыһын да баштан башлайыҡ әле.
Биш йәшлек малай өләсәһенә барғас, уның сыбар тауыҡтарын күреп ҡала. Ишек алдында ғорур ғына баҫып йөрөгән ҡоштар, үҙе әйтмешләй, уның күңеленә «ята». Өләсәһенә эйәреп уларҙы ашата, йомортҡаларын йыя. Беренсе класҡа барыр алдынан үҙе аҫрап ҡарарға була. Улының был теләген хуплаған атаһы биш тауыҡ һатып алып бирә. Үҙенә яңы шөғөл тапҡан малай йәй буйы шулар менән мәж килә. Ҡоштарын шул тиклем үҙенә эйәләштерә, артынан тотам ҡалмай эйәреп йөрөгәндәрен әле лә хәтерләп һөйләй. Үҙҙәрен ни тиклем генә яратһа ла, ҡышҡы һыуыҡтар еткәнсе, йөрәгенән йолҡоп тигәндәй, тегеләрҙе һатып ебәрергә тура килә.
Беренсе класта уҡыған сағында һатып алынған туғыҙ тауыҡ менән бер әтәсен дә, өс йыл аҫрағандан һуң, һатыуға ҡуя.
- Бөгөн минең 20 тауығым бар. Ике йыл элек атайым инкубатор һатып алып биргәйне.Беҙ унда бергәләп йомортҡалар һалдыҡ. Шунда, себештәр сыҡмай ҡуйһа, тип, әй ҡайғырғайным. 36 йомортҡанан 24 себеш сыҡҡас, ҡыуанғанымды күрһәгеҙ! Йәй буйы ҡарап үҫтергәс, үҙемә икене ҡалдырып, ҡалған егерме икеһен һатып ебәрҙем. Ҡасып та маташты әле үҙҙәре, шулай ҙа, өйрәнгән урынға әйләнеп ҡайттылар, - тип йылмая Йәлил.
Әңгәмәсем шөғөлө тураһында шул тиклем мауыҡтырғыс итеп һөйләй, уны тыңлағанда, үҙең дә шул тауыҡтар араһына барып эләккәндәй булаһың...
Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 3-сө һанында уҡығыҙ.
Фото архивтан.