Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 20 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүе мөмкин, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -11, -16°, аяҙытҡанда -18, -23°, көндөҙ -7, -12°.
Шаршамбы, 21 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -14, -19°, аяҙытҡанда -22, -27°, көндөҙ -9, -14°.
Тап ошо осорҙа сынығыу файҙалы тиҙәр. Һеҙ уның менән шөғөлләнәһегеҙме?