Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
23 Ғинуар , 10:00

Беҙҙең илдә ҡайһы илдәрҙән студенттар уҡый?

Башстаттан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың юғары уҡыу йорттарында күп илдәрҙән студенттар уҡый.

Беҙҙең илдә ҡайһы илдәрҙән студенттар уҡый?Беҙҙең илдә ҡайһы илдәрҙән студенттар уҡый?
Беҙҙең илдә ҡайһы илдәрҙән студенттар уҡый?

Башҡортостандың дәүләт вуздарында 8,9 мең  сит ил кешеһе белем ала. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, был студенттарҙың дөйөм һанынан 8,5% тәшкил итә. Мәҫәлән, Төркмәнстандан төбәккә 2621 кеше килгән, Һиндостандан-2520, Тажикстандан-1071, Үзбәкстандан-827, Ҡаҙағстандан-612, Ҡырғыҙстандан-287, Мысырҙан-275, Ирандан-79, Ҡытайҙан-77, Марокконан-42, Әзербайжандан-26, Вьетнамдан-25 һәм башҡалар. Шулай уҡ 25 ғинуарҙа билдәләнгән Рәсәй студенттары көнө алдынан статистиктар 2025/26 уҡыу йылында республикала студенттар һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда 2,3 процентҡа артыуы хаҡында һөйләне. Юғары белемле белгестәрҙе туғыҙ белем биреү ойошмаһы (ете дәүләт һәм ике коммерция) һәм юғары уҡыу йорттарының 18 төрлө филиалы әҙерләй. Уларҙа бөтәһе 109 мең студент уҡый: 48,2 процентын ҡыҙҙар, 51,8 процентын егеттәр тәшкил итә.

Беҙҙең илдә ҡайһы илдәрҙән студенттар уҡый?
Беҙҙең илдә ҡайһы илдәрҙән студенттар уҡый?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас