

Башҡорт, урыҫ һәм индус тамуҡҡа эләккән, ти. Иблис быларҙы ҡаршы алған да, ҙур һәм шайылдап торған сыбыртҡыһын сығарып әйтә икән:
- Кем бында эләгә - шуның һәр береһенә Йәннәткә күсеү мөмкинлеген бирәм. Өс тапҡыр сыбыртҡы менән һуғам - тауыш-өнө сыҡмаһа, тимәк, тамуҡтан азат ителә! Теләгән әйбер менән ҡапланып яҡлана алаһығыҙ! - ти.
Беренсе булып урыҫ сығып баҫҡан.
- Нимә менән яҡланаһың?
Урыҫ ҙур гранит ташын тотоп алған да:
- Мин әҙер! - ти икән.
Иблис сыбыртҡыһы менән бер эләктерә - гранит ташы селпәрәмә килә, икенсене эләктерә - ауыртыуҙан урыҫ сай-сой итеп ҡалған.
Икенсе булып индус сыҡҡан.
- Нимә менән яҡланаһың, һайла, - ти, иблис.
- Бер ни ҙә кәрәкмәй, 80 йыл буйы йога серҙәренә төшөндөм, былай ҙа түҙәм!
- Ярар!.. - иблис һуғып ебәрә.., индус:
- Ошшшшш...
Икенсегә шартлатып һуға иблис, ә индус:
- Ошшшшш...
Өсөнсө тапҡыр ебәрә, индус йәнә:
- Ошшшшш... - ти.
Иблис аптырап:
- Ох, быға тиклем ауыртыуға сыҙаған кеше булманы! Йә, бар, Йәннәткә китһәң дә була, - ти.
- Юҡ, - ти индус, - башҡорттоң шарылдағанын күргем килә!
Башҡорт сыға. Иблис бынан:
- Нимә менән яҡланаһың?
- Нимә менән тип ни, индус менән!
Йылмай!