Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
25 Ғинуар , 03:05

Заманса баҙарҙың йөҙө ниндәй?

Баҙар йәшәйештә әһәмиәтле урын биләп, халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙә, район үҫешенә өлөш индереүҙә мөһим роль уйнай.

Заманса баҙарҙың йөҙө ниндәй?Заманса баҙарҙың йөҙө ниндәй?
Заманса баҙарҙың йөҙө ниндәй?

Баҙар йәшәйештә әһәмиәтле урын биләп, халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙә, район үҫешенә өлөш индереүҙә мөһим роль уйнай.

Урындағы «Үҙәк баҙар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге, халыҡ мәнфәғәтен иҫәпкә алып булдырылған уңайлы шарттар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алып, гәзит уҡыусыбыҙға еткереү маҡсатында уның директоры Марат ВӘЛИЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Марат Шамил улы, баҙар һатыусы һәм һатып алыусы араһында ике яҡлы мөнәсәбәт ҡороу, тауар һәм хеҙмәт алмашыу ғына түгел, халыҡҡа төрлө хеҙмәт күрһәтеү урыны ла бит әле?

- Әлбиттә. Шуға ла унда сауҙа итеүсегә лә, һатып алыусыға ла уңайлы шарттар булдырыу мөһим. Был йәһәттән беҙҙең баҙарҙың өҫтөнлөгө байтаҡ. Уның автовокзал янында, көньяҡ райондарға һуҙылған юлға яҡын урынлашыуы юлсылар өсөн отошло.

Һуңғы йылдарҙа «Заречный», «Юбилейный», «Үҙәк» сауҙа комплекстары барлыҡҡа килде. «Үҙәк баҙар»ҙың тышҡы йөҙө лә үҙгәреш кисерҙе: биналарҙың берҙәм стилдә биҙәлгәнен, яҡтыртылған реклама урындарын күрергә мөмкин.

Уҙған йыл биләмәнең ҙур ғына өлөшөнә асфальт түшәлде. Түләүлеһенән тыш, илленән артыҡ автомобиль урыны булған бушлай туҡталыш эшләй. Сәләмәтлек мөмкинлеге сикле водителдәр өсөн махсус урын, балалар майҙансығы бар. Эргәләге фонтан тирә-яҡҡа сафлыҡ, йәм бирә.  Баҙарға ингән ерҙә Россельхозбанк банкоматы урынлашҡан. Унда юғары тиҙлекле Wi-Fi менән Интернет кеүек заманса мөмкинлектәр булыуы ла бик уңайлы.

- Баҙар хеҙмәтенән файҙаланыусылар заманса үҙгәрештәрҙе юғары баһалай. Һеҙҙә, ысынлап та, байтаҡ эштәр башҡарылды. Шулай бит?

- Эйе. Булдырылған уңайлыҡтар һатып алыусыны ғына түгел, яңы эшҡыуарҙарҙы ла йәлеп итте.

«Юбилейный» комплексында халыҡ уңайлығы өсөн ир һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым бәҙрәф эшләй. Бөтә сауҙа үҙәктәрендә лә һыу кулерҙары ҡуйылған.

Хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә уңайлығы булған ял итеү бүлмәләре, ит павильонында душ кабинаһы бар.  

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ит павильонына капиталь ремонт яһалып, ул үҙәк йылытыу системаһына тоташтырылды, ҡеүәтле һыуытҡыс, һыуытҡыс өҫтәлдәр урынлаштырылды. Һыйыр һәм сусҡа ите киҫәктәргә таҫма бысҡы ярҙамында айырым-айырым бүленә.

- Халыҡҡа төрлө хеҙмәт күрһәтеү урындары күпме?

- Баҙар биләмәһендә аяҡ кейеме ремонтлау, асҡыс эшләү оҫтаханалары, мамыҡ мендәр-яҫтыҡ реставрациялау салон-ательеһы, биш тамаҡ ялғау урыны бар. «Юбилейный» сауҙа комплексында кейем тегеү һәм ремонтлау оҫтаханалары, 25 урынлыҡ кафе эшләй.

- Һеҙҙәге медицина пунктының эше нисек ҡоролған?

- Заманса йыһазландырылған медицина пункты мөрәжәғәт иткәндәргә бушлай медицина ярҙамы күрһәтә. Унда арендатор, һатыусы, хеҙмәткәрҙәр генә түгел, баҙарға яҡын йәшәүселәр ҙә төрлө процедура ала ала. Үҙ хеҙмәткәрҙәребеҙ өсөн льгота ҡаралған. Әйткәндәй, баҙарҙа эшләгәндәр һәр эш көнөн медицина тикшереүе үтеүҙән башлай.

- Халыҡ «Сауҙа көнө»н, төрлө байрам алдынан ойошторолған йәрминкәләрҙе көтөп ала. Беҙҙә әле булһа «Шәл баҙары» ла үтә бит әле...

- «Үҙәк баҙар» биләмәһе төрлө сара үткәреү өсөн дә уңайлы. Йыл һайын ауыл хужалығы ойошмалары, урындағы тауар етештереүселәр, эшҡыуарҙар, крәҫтиән-фермер һәм шәхси хужалыҡтар ҡатнашлығында 10-12 йәрминкә ойошторола.

Шулай уҡ «Бал йәрминкәһе» күптәр өсөн көтөп алынған байрамға әйләнде. Унда урындағы умартасылар ғына түгел, яҡын-тирә райондарҙыҡы ла ҡатнаша.

Беҙҙә, ысынлап та, әле булһа «Шәл баҙары» үтә. Дебет, дебет шәл һәм башҡа бик күп йылы әйбер һатылған сараға үҙебеҙҙекеләрҙән тыш, Ырымбур, Волгоград өлкәләренән, Дағстан Республикаһынан да киләләр.

- Кеше күпләп йөрөгән урында хәүефһеҙлек мәсьәләһе нисек хәл ителә?

- Объекттарҙа иллегә яҡын видеокүҙәтеү камераһы урынлаштырылған. Баҙар биләмәһенең тирә-яғы яҡтыртыла.

- Мәрхәмәтлек сараларында, акцияларҙа ҡатнашыуығыҙ хаҡында ла беләбеҙ...

- «Изгелек эшлә лә, һыуға һал...» ти беҙҙең халыҡ. Ҡулдан килгәнде эшләргә тырышабыҙ. Йыл һайын Ҡорбан байрамында шәхси эшҡыуар, һатыусы, хеҙмәткәрҙәр ярҙамында байрам табыны әҙерләү йолаға әйләнде.

- Марат Шамил улы, халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә, продукция етештереү һәм ҡулланыу тигеҙлеген көйләүгә, район-ҡала үҫешен ҡеүәтләүгә тос өлөш индергән эшмәкәрлектә һеҙгә һәм коллективығыҙға уңыштар юлдаш булһын. Әңгәмә өсөн рәхмәт!

Автор фотолары.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас