Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
26 Ғинуар , 05:09

Башҡортостанда аҙна башында һыуыҡ була

Башҡортостанда һалҡын һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы фаразлана. Ел талғын. Һауа температураһы көндөҙ - 20, -25, урыны менән 15, -20 градус.

Шишәмбе, 27 ғинуарҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -23, -28 градусҡаса түбәнәйә, аяҙытҡанда -28, -33, көндөҙ -13, -18 градус.

 Шаршамбы, 28 ғинуарҙа, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ, республиканың төньяғында бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -17, -22 градус, аяҙытҡанда -27-гә тиклем, көндөҙ -9, -14.

 

Автор: Галина Бахшиева
Автор:
Читайте нас