Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
30 Ғинуар , 05:00

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә йыйыу тураһында мәғлүмәт

Башҡортостан халҡына пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә йыйыу тураһында нимәләрҙе белергә кәрәк?

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә йыйыу тураһында мәғлүмәтПилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә йыйыу тураһында мәғлүмәт
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә йыйыу тураһында мәғлүмәт

Элиталы ғәскәрҙәргә кем эләгә ала һәм ни өсөн был ғәмәл хәүефһеҙ?

1. ҺҮҘ НИМӘ ТУРАҺЫНДА БАРА?

Башҡортостанда пилотһыҙ сис­темалар ғәскәрҙәренә кеше йы­йыу башланды. Был – былтыр Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса ойошторолған яңы элиталы ғәскәрҙәр төрө.
Бындай ҡарар күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Рәсәй Оборона министрлығының «Красная звезда» баҫмаһы яҙыуынса, «МХО биләмәһендә утҡа тотоу бурыстарының 80 процентҡа тик­леме дрондар ярҙамында үтә­­лә. Хәҙерге ҡораллы конфликттарҙа бындай сараларҙың роле шул тиклем юғары, шуға ғәскәрҙәрҙең уңышы күбеһенсә пилотһыҙ системалар менән идара итеү һөҙөмтәлелегенә бәй­ле». Әммә элек дрон опера­тор­ҙары башҡа хәрби-иҫәп һө­нәрҙәре буйынса иҫәпләнһә, хә­ҙер иһә уларҙың эше рәсми, өҫ­тәүенә бер ыңғай юғары статус ала.
Әле үк уларҙың юғары класлы, яҡшы әҙерлекле, автомат менән түгел, ә джойстик менән оҫта идара итеүсе яугир буласағы аңлашыла. Шуға күрә улар өсөн айырым шарттар булдырыла һәм унда урындар һаны сикле бу­ласаҡ.

2. БЫЛ КОНТРАКТ БАШҠА ҒӘСКӘРҘӘРҘӘ ХЕҘМӘТ ИТЕҮҘӘН НИМӘ МЕНӘН АЙЫРЫЛА?

Был контрактсыларға башҡа яу­гирҙәргә тәғәйен кеүек үк тү­­ләү, льгота һәм социаль га­ран­тия­лар ҡаралған, ләкин улар­ға айырым өҫтөнлөктәр ҙә бар.
  Хеҙмәт хәүефһеҙерәк, сөнки хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫ­­та үтә.
  Контракт бер йылдан алып билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлә. Ул тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин.
  Контрактта хәрби хеҙмәткәр­ҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына ида­ра итеү менән бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе ғәс­кәрҙәр төрөнә күсерергә ярама­ғанлығы яҙыла.
  Студенттар, академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Хеҙмәте тамамланғас, кире бюджет ни­геҙендә (урындар булған ос­раҡ­та) уҡырға ҡайтырға хоҡуҡлы.
  Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә. Дошмандың техникаһын, ҡорамалдарын уңышлы юҡ иткән кешеләргә 50 000 – 500 000 һум өҫтәмә түләү ҡаралған.

3. КЕМ КОНТРАКТ ТӨҘӨЙ АЛА?

Дәғүәселәргә талаптар түбәндәгесә:
  Рәсәй граждандары булған ир-­егеттәр. Яңы подразделение­ларҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хәрби-­иҫәп белгеслектәре әлегә ҡаралмаған.
 18 йәштән 35 йәшкәсә – FPV-дрон операторҙары, ә башҡа бел­гестәр өсөн – 18 – 45 йәш.
  Физик яҡтан үҫешкән булыу һәм һаулыҡ торошо буйынса хәр­би хеҙмәткә яраҡлылыҡ.
 Туғыҙ кластан да кәм булма­ған белемдең булыуы мотлаҡ.
  Хәрби хеҙмәт тәжрибәһе бул­маһа ла мөмкин.
  Ауыр һәм айырыуса ауыр енә­йәттәр өсөн хөкөм ителмәгән булыу шарт. Башҡа төрлө суд ҡа­рар­ҙары осрағында ҡарар һәр кем­гә ҡарата шәхсән рәүештә ҡа­бул ителә.
  «Геймер» йәки радиосамо­лет/дрон менән идара итеү, «VR» файҙаланыу тәжрибәләре, аэ­ро­динамика һәм дрондың эш­ләү нигеҙҙәрен аңлау, арауыҡ­та фекерләү һәм «кадр тойғоһо», пи­лотһыҙ һауа суднолары ме­нән идара итергә өйрәтеү тура­һын­да сертификаттар һәм таныҡ­лыҡ­тар булыуы ныҡ хуплана.


4. МИНЕҢ ТЕЛӘГЕМ БАР, ТИК ӘЛЕГӘ ЭШЛӘЙ БЕЛМӘЙЕМ. МИНЕ ӨЙРӘТЕРҘӘРМЕ?

Эйе, һайлап алыу турын уңышлы үткән һәм контракт төҙөгән бөтә кандидаттар башта махсус уҡыу үҙәктәрендә ике айлыҡ әҙер­лек үтәсәк. Уларҙы пилотһыҙ сис­темаларҙы ремонтларға, көй­ләргә һәм программаларға, 3D-­моделләү һәм 3D-баҫмаға өйрә­тәсәктәр, төрлө төрҙәге – һауа, ер, һыу өҫтө һәм һыу аҫты пилотһыҙ аппараттары менән идара итергә, шулай уҡ коммерция нигеҙендәге БПЛА менән эшләргә – көйләргә, хеҙмәтләндерергә, ремонт эштәрен башҡарырға өйрәтәсәктәр.
Бынан тыш, программала IP-­селтәрҙәр төҙөү, радиоэлемтә бу­л­дырыу, топографик карталар­ҙы тикшереү, инженер эшен белеү, хәрби припастар менән эш­ләү һәм транспорт саралары ме­нән идара итеү ҡаралған.
Курс тамамланғас, уларға те­йешле хәрби-иҫәп белгеслеге би­релеүе тураһында таныҡлыҡ тапшырыласаҡ.

5. ҒАИЛӘЛӘРГӘ НИНДӘЙ ЛЬГОТАЛАР ҠАРАЛҒАН?

Килешеүгә ҡул ҡуйыусылар­ҙың барыһына ла 1 400 000 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған, артабан ай һайын (хәрби дәрәжәгә, вазифаға һәм нисә йыл хеҙмәт итеүгә ҡарап) 220 мең һумдан башланған түләү, тейешле ташламалары менән хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы биреү ҡаралған. Хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәгәне өсөн дрон операторҙары 50 меңдән алып 500 мең һумға тиклем өҫтәмә түләүҙәр ала.
Бынан тыш, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 50-нән ашыу льгота ғәмәлдә. Улар иҫәбендә:
  Балалар өсөн – мәктәптәрҙә бушлай йылы аш, һөт кухняһы ризыҡтары, автобустарҙа йөрөү, балалар баҡсаһында урын, колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорт­тарында уҡыу һәм ятаҡта урын, ял лагерҙарына путевкалар.
  Ғаилә өсөн – ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, кредит ка­никулдары, баҙарҙағынан тү­бә­нерәк хаҡҡа торлаҡ, күргәҙ­мә­ләргә һәм концерттарға бушлай билеттар һәм башҡалар.

6. ҠАЙҘА МӨРӘЖӘҒӘТ ИТЕРГӘ?

  үҙеңдең хәрби комиссариатыңа;
  контракт буйынса хәрби хеҙ­мәткә һайлап алыу пунктына (Өфө, Революция урамы, 156);
  шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттә­ре»ндә ғариза ҡалдырырға мөмкин.
Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби би­лет (булһа), никах һәм бала ты­уыу тураһында таныҡлыҡтар (бул­һа), белем хаҡында документтар алығыҙ.
Контракт нигеҙендә хеҙмәт итеү мәсьәләләре буйынса ҡы­ҙыу линия – 122.

Эдуард Кускарбеков фотоһы.

Автор:
Читайте нас