Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
30 Ғинуар , 05:05

Шәп тә инде!

Мәләүез сираттағы тапҡыр «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары» федераль конкурсында ҡатнаша.

Шәп тә инде!Шәп тә инде!
Шәп тә инде!

Мәләүез сираттағы тапҡыр «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары» федераль конкурсында ҡатнаша.

Беренсе этап (биләмә һайлау өсөн тауыш биреү) уҙған йылдың 21 ноябренән 2 декабренә тиклем үтте. Төҙөкләндереләсәк биләмәне тәҡдимдәр йыйыу пунктында һәм социаль селтәрҙә онлайн форматта һайларға мөмкин ине. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә Ағиҙел йылғаһы буйындағы ҡала пляжы эргәһендәге экопарк һәм уға яҡын тәбиғәт биләмәләре 75 процент (тәҡдимдәр йыйыу пункттары аша - 134, интернет аша 1117) тауыш йыя.

Конкурс шарттарына ярашлы, һәр кем һайланған биләмәне төҙөкләндереү буйынса үҙ тәҡдимен индерә, идеяһы менән уртаҡлаша, киләсәк эшмәкәрлекте планлаштыра йәки үҙенең бизнес-проектын тәҡдим итә алды.

22 ғинуарҙа ҡала мәҙәниәт һарайында пляжда барлыҡҡа киләсәк экопарк проектын тикшереү буйынса семинар үтте.

Унда район-ҡала хакимиәттәре вәкилдәре, эксперттар, эшҡыуарҙар, әүҙем йәштәр, йәмәғәт ойошмалары, өлкән быуын вәкилдәре, йәш ата-әсәләр ҡатнашты.
Семинарҙа төҙөкләндереләсәк биләмә тураһында фекер тупланды, яңы экопарк ниндәй булырға тейешлеге тикшерелде.
Осрашыуҙа йыйылған тәҡдимдәр архитектура концепцияһы нигеҙенә һалынасаҡ, ул федераль грант алыу өсөн конкурсҡа йүнәлтеләсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдарҙа «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары» федераль конкурсында еңеү ҡалала «Ҡайын тракты» һәм «Мәләүездең сәскә атҡан яры» проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткәйне.

Автор фотолары. 

Шәп тә инде!
Шәп тә инде!
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас