Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
31 Ғинуар , 01:05

Беҙгә оҡшай! Һеҙгә нисек?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын ғәмәлгә ашырғанда, айырым иғтибарҙы тораҡ пункттарҙың тышҡы йөҙөнә лә йүнәлтергә кәрәклеген билдәләне.  

Беҙгә оҡшай! Һеҙгә нисек?Беҙгә оҡшай! Һеҙгә нисек?
Беҙгә оҡшай! Һеҙгә нисек?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын ғәмәлгә ашырғанда, айырым иғтибарҙы тораҡ пункттарҙың тышҡы йөҙөнә лә йүнәлтергә кәрәклеген билдәләне.

Һуңғы йылдарҙа республикала яңы төҫ алған йәмәғәт урындары күҙгә күренеп арта.

Беҙҙең ҡалала ла күркәм, халыҡ өсөн уңайлы урындар күбәйеүе ҡыуандыра. 

 - Кескәй балалар менән йөрөр өсөн биләмәләр артты. Мәҫәлән, Ҡаран урамында машинаны ҡалдырып, багажниктан колясканы сығарып, кескәйҙәр менән яр буйында йөрөргә була. Бәләкәсе саф һауала йоҡоһон туйҙырғансы, үҙем дә ял итеп өлгөрәм, - ти йәш әсәләр.

Республикала, шулай уҡ беҙҙең районда ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эшмәкәрлегенә, уның ҡарарына һәм тәҡдименә ярашлы барлыҡҡа килә.

Беҙҙән иһә булдырылғанға хөрмәт менән һаҡсыл ҡараш талап ителә.

 

Гүзәл Искәндәрова, ике бала әсәһе:

- Мәләүездә һуңғы йылдарҙа ғаилә менән ял итеү урындары барлыҡҡа килеүе ҡыуандыра. Мин, ике бала әсәһе булараҡ, тәү сиратта, кескәйҙәр өсөн булдырылған майҙансыҡтарға иғтибар итәм. Күмәкләп Мәләүез йылғаһы яры буйында йәйәү йөрөргә яратабыҙ. Тыныс, машина хәрәкәте булмаған урындар бәләкәстәр менән ял итеү өсөн иң тыныс һәм рәхәт урын.

Автор фотолары. 

 

Беҙгә оҡшай! Һеҙгә нисек?
Беҙгә оҡшай! Һеҙгә нисек?
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас