

Киләсәк - йәштәр ҡулында. Уларҙа төрлө маҡсатҡа ынтылыш, дәрт, нимәлер уйлап табып, бығаса булмаған яңылыҡ индереп, тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеү идеяһы бар.
- 10-сы класта уҡығанда, класыбыҙ менән ҡаланың «Йәш техниктар станцияһы»на йөрөп, «Аҡыллы электроника» түңәрәгендә шөғөлләндек. Һәр кем командаға тупланып, проект әҙерләргә һәм уны яҡларға тейеш ине. Мин деменция диагнозлы пациенттар өсөн медицина станцияһы проектын эшләнем, - тип һөйләй.
Сирле кешегә дарыу ҡабул итеү ваҡытын белдерергә ярҙам иткән үҙенсәлекле башланғысты ата-әсәһе лә хуплап, улын йәшәйеш өсөн кәрәкле булған проектҡа тотонорға ҡанатландырып ебәрә.
Быйыл сығарылыш класс уҡыусыһы өсөн яуаплы осор: ул бөтә көсөн Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлеккә һала. Мәктәптә физика һәм математика дәрестәрен яратҡан, тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән уҡыусы киләсәктә үҙе хыялланған уҡыу йортона инеп, физик-техник йүнәлештә белем алырға теләй.
Фото архивтан.