

Оноторға ярамай! Тыуған ил һағында торғандарҙың, тыныс тормош өсөн яуҙа башын һалғандарҙың батырлығын оноторға ярамай. Һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән әлеге ваҡытта етди эш алып барыла. Артабан да дауам итһен ине, тип уйлайым.
Башҡортостан Башлығы Мөрәжәғәтнамәһендә хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙе эҙләү темаһына ла ҡағылды.МХО-ла юғалған яугирҙәрҙе эҙләү өсөн төркөм ойошторорға ҡушты. Бер кем дә хәбәрһеҙ юғалырға тейеш түгел. Ватан һағында батырҙарса һәләк булғандар тыуған еренә, ғаиләһенә батыр булып ҡайтырға тейеш.